Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Октябрь 2017, 11:51

Фәнзәт Әхмәтов — «Юлдаш йыры-2017» лауреаты

2010 йылдан алып «Юлдаш» радиоһы “Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!” девизы аҫтында яңы һәләттәр асыусы конкурс уҙғара. Һәүәҫкәр конкурсанттарға ҙур сәхнәгә тәүге аҙым яһарға ярҙам иткән проектҡа быйыл 20 башҡарыусы һайлап алынған. 29 сентябрҙә финалға сығыусылар ҡатнашлығында гала-концерт Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

«Юлдаш йыры-2017» республика асыҡ конкурсында Асҡын ир-уҙаманы, бөгөн Балтас 1-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы-тренер булып эшләүсе Фәнзәт Әхмәтов 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас