Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Октябрь 2017, 12:42

Чернушкала ҙур байрам

Пермь крайы Чернушка ҡалаһында “Күскенсе” башҡорт мәҙәниәте фестиваль-конкурсы уҙҙы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналып үткәрелгән байрамда башҡорт ҡоролтайҙары эшләгән 13 райондың ижади коллективтары, шулар иҫәбендә балалар ансамблдәре, сәнғәт оҫталары йыйылды.

Пермь крайы Чернушка ҡалаһында “Күскенсе” башҡорт мәҙәниәте фестиваль-конкурсы уҙҙы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналып үткәрелгән байрамда башҡорт ҡоролтайҙары эшләгән 13 райондың ижади коллективтары, шулар иҫәбендә балалар ансамблдәре, сәнғәт оҫталары йыйылды. Һәүәҫкәр артистар йыр, бейеү бәйгеләрендә һәм халыҡ инструменттарында уйнауҙа көс һынашты. Шулай уҡ “Шәжәрә”, “Милли аш-һыу”, “Халыҡ ижады әйберҙәре” конкурстары ла ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандан билдәле музыкант Заһир Зәйнетдиновтың сығыштарын алҡыштарға күмде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Алһыу Сирғәлина: «Башҡортостандың 100 йыллығын ошолай ҙурлап үткәргәнегеҙ, мәҙәниәтегеҙҙе һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Әле башҡа төбәктәрҙә бындай күләмле сара үтмәне. Һеҙ һәр саҡтағыса беренсе!» — тип төбәктәге ойошма етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Сулпан Ғилметдинова.

Читайте нас