Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә лә Халыҡ-ара ололар көнө бик матур үтте. Оҙаҡ йылдар район гәзиттәре редакцияһында төрлө вазифаларҙа намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәттәштәребеҙ байрам түрендә булды. Уларҙы ҡотларға мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренең балалары ла килгәйне. Уҡыусылар ололарға шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, бейеп сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Шулай уҡ хөрмәтле ветерандарыбыҙ өсөн сәй табыны ла ойошторолдо.