Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Октябрь 2017, 12:10

Афарин, ҡашҡалар!

Сәхнә түрендә — оло йәштәгеләр Иң йылы һәм сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара ололар көнө районыбыҙҙа киң билдәләнде. Ҡашҡа ауылында ла был байрам бик күңелле үтте. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл “Ағинәйҙәр ҡоро” һәм ветерандар советы ойошмалары рәйестәре инициативаһы буйынса, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сәхнә түрендә оло йәштәгеләр үҙҙәре уйнап, йырлап, бейеп 60-ла, 70-лә гөрләтеп, башҡаларҙы ла дәртләндереп, рухландырып, һоҡландырып йәшәп булыуын иҫбатланы. Шуны ла билдәләргә кәрәк, байрамға Гөмбә менән Әмир ауылдарының оло кешеләрен дә автобус менән алып килеп, ҡайтарып ҡуйыуҙы ауыл Советы хакимиәте башлығы хәстәрләне.

Сәхнә түрендә — оло йәштәгеләр

Иң йылы һәм сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара ололар көнө районыбыҙҙа киң билдәләнде. Ҡашҡа ауылында ла был байрам бик күңелле үтте. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл “Ағинәйҙәр ҡоро” һәм ветерандар советы ойошмалары рәйестәре инициативаһы буйынса, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сәхнә түрендә оло йәштәгеләр үҙҙәре уйнап, йырлап, бейеп 60-ла, 70-лә гөрләтеп, башҡаларҙы ла дәртләндереп, рухландырып, һоҡландырып йәшәп булыуын иҫбатланы. Шуны ла билдәләргә кәрәк, байрамға Гөмбә менән Әмир ауылдарының оло кешеләрен дә автобус менән алып килеп, ҡайтарып ҡуйыуҙы ауыл Советы хакимиәте башлығы хәстәрләне.

Байрам сараһы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакленән өҙөк сәхнәләштереү менән башланды. Әлмәндәр ролен Азат Әбүбәкеров, Ғазраилде — Сания Сәлихова, Әжәлде — Инзирә Нурмиева, Фәрештәне — Фәрзәнә Яруллина, Хәмдебаныуҙы — Мауза Латыпова, Искәндәрҙе — Ҡәнәфи Шакируллин, Өммиәне Зилә Ахунова бик килештереп, бар оҫталығын һалып уйнаны. Оло йәштәге һәүәҫкәр артистарҙың сығышын тамашасылар таң ҡалып тыңлап, көслө алҡыштарға күмде.

Артабан тәбрикләү һүҙе менән Ҡашҡа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ҡәнәфи Шакируллин сығыш яһаны. Байрам менән тәбрикләп, ул ололарға иң яҡшы теләктәрен еткерҙе, биләмә тормошона ҡағылышлы яңылыҡтар менән таныштырҙы һәм Экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусыларға ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Оло йәштәгеләрҙе ветерандар советы рәйесе Инзирә Нурмиева, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Сания Сәлихова, ауылдың аҡһаҡалы Ғәлиәскәр ағай Ғәйзуллин да тәбрикләп, иң йылы теләктәрен еткерҙе.

Байрам концертын Сания Сәлихова менән Фәрзәнә Яруллина ғүмер, тормош мәғәнәһе, ҡартлыҡ, мәрхәмәтлек тураһында береһенән-береһе йөкмәткелерәк шиғырҙар уҡып, бик матур һәм күңелле итеп алып барҙы. Оло йәштәгеләрҙең “Дуҫлыҡ” фольклор ансамбле уйнаған дәртле көйҙәргә Әмир ауылы ағинәйе Мөнзиә Фаузетдинованың күңелдәрҙе елкендереп бейеүен, таҡмаҡ әйтеп дәртләндереп алыуын тамашасылар айырыуса йылы ҡабул итте. 1972 йылдан башлап ошо ансамблдә мандолинала уйнаусы хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәүидә апа Ғәлимованы 65 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләү сараға тағы ла йәм өҫтәне. Клара Имаева, Нажиә Сәмиғуллина, Раушания Шакирова, Азат Әбүбәкеров башҡарған моңло йырҙар, Мөнзиә Фаузетдинаның ҙур оҫталыҡ менән мөнәжәт әйтеүе һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән мәктәп ашханаһында байрамса сәй табыны һәм тәмле былау әҙерләнгәйне. Оло йәштәгеләр, белеүебеҙсә, көн дә бер- береһен күреп тора алмайҙар, шуның өсөн дә һирәк булһа ла йыйылышып аралашыу, бергәләп тәмле сәй артында һөйләшеп, йырлашып ултырыу – бай тормош тәжрибәһе туплаған өлкән быуын өсөн ҙур бәхет һәм шатлыҡ. Шуға ла улар байрамды ойоштороусыларға һәм сәй табыны әҙерләүселәргә ҡат-ҡат рәхмәт белдереп, киләһе көндәрҙә лә осрашып тороу теләген белдереп таралашты.

Наилә Имаева.

Читайте нас