Райондарҙа “Ауыл табибы” федераль дәүләт программаһы буйынса эшләүселәр булыуы, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Йәштәрҙең тыуған төбәктәренә тартылыуы ауылдарҙың киләсәгенә өмөт бирә. Балтас районында ла ошо программа буйынса эшкә ҡайтыусылар бихисап. Юлиан Шакиров шундай табиптарҙың береһе.
2011 йылдан алып Юлиан Борисович Балтас район үҙәк дауаханаһында терапевт булып эшләй. Шулай уҡ ул районда берҙән-бер офтальмолог һәм бөгөн ваҡытлыса поликлиника етәксеһе вазифаһын башҡара. Һәр эштә лә өлгөр, яуаплы белгес хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған.
(Был турала тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 19-сы һанында уҡый алаһығыҙ).