Балтастарға сатирик, юмористик шағир, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов менән осрашыу бәхете йылмайҙы. Сараны райондың үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Хәмәтов, һәүәҫкәр шағирҙар һәм яҙыусылар, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар ҡатнашты.
Дамир Хәмәтов ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡ менән таныштырҙы, уның ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Осрашыу йәнле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең 9 “А” класы уҡыусылары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова Марсель Сәлимовҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Марсель Шәйнур улы китаптары менән таныштырҙы, уларҙы китапханаға ла бүләк итте, һигеҙ йәшендә яҙған беренсе дүрт юллыҡ шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Сарала шулай уҡ Хәтип Сираев, Мөҡәтдис Сәмиев, Нәфис Хәмәтнуров, Гөлфирә Йыһангирова сығыш яһаны. Илгиз Әхвәс улы Марсель Сәлимовҡа Балтас районы яҙыусыларының китабын бүләк итте.