Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу күрһәткесе республика кимәленән юғарыраҡ булған муниципалитеттар аталды.
«Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала бындай биләмәләр 14. Улар — Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Дүртөйлө, Туймазы, Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Дүртөйлө, Мишкә, Өфө, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондары.
2017 йылдың ғинуар-июль айҙарында Күмертау (6), Стәрлетамаҡ, Салауат (бишәр), Ишембай ҡалаларында, Ишембай, Көйөргәҙе райондарында (берәр) 19 бала (0-14 йәшкәсә) спиртлы эсемлектәр менән ағыуланған.
Нигеҙҙә этил спирты (90,4 процент), алкоголь суррогаты (2,8), метанол (3,2), метил спирты (0,8) менән киҫкен ағыуланыу күҙәтелә.