Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Сентябрь 2017, 08:36

Республика халҡын «Әсә теленә рәхмәт» хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыралар

Башҡортостан халҡын республика Мәғариф министрлығы башлап ебәргән «Әсә теленә рәхмәт» хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыралар.

Башҡортостан халҡын республика Мәғариф министрлығы башлап ебәргән «Әсә теленә рәхмәт» хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыралар.

«Һеҙ әсә теле уҡытыусыларына ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә – дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ, заманса, бай йөкмәткеле итә алаһығыҙ, — тип ведомствола мөрәжәғәт итәләр республика халҡына. — Акция сиктәрендә өй китапханаһынан туған телдәге китапты сканер аша үткәреп бүләк итергә һәм уны сайтҡа урынлаштырырға; туған мәктәп өсөн гәзиткә йәки журналға яҙылырға, мәктәп программаһынан әҫәрҙәр менән слайдтар эшләргә һәм медиатеканы тулыландырырға мөмкин. Һеҙҙең ижадығыҙ туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мөһим – профессионалдарҙы яҙҙырығыҙ, оҫталарҙы һәм меценаттарҙы ҡушылырға саҡырығыҙ».

Акцияның координаторы — Гүзәлиә Исхаҡова, телефоны: (347) 218-03-53

Материалдарҙы «Бәйләнештә»ге Башҡортостан Мәғариф министры [a=https://vk.com/education.bashkortostan]берләшмәһенә[/a ] йәки Ishakova.GI@bashkortostan.ru электрон почтаһына хәбәр итеп ебәрергә кәрәк.
Читайте нас