Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
25 Сентября 2017, 13:53

Төҙөлөш яңыртылды

Абыҙ ауылында 108 уҡыусыға иҫәпләнгән туғыҙ йыллыҡ мәктәп һәм 90 урынға балалар баҡсаһы комплексы төҙөлөшө дауам итә.

Абыҙ ауылында 108 уҡыусыға иҫәпләнгән туғыҙ йыллыҡ мәктәп һәм 90 урынға балалар баҡсаһы комплексы төҙөлөшө дауам итә.

Тиҙҙән был урында ике ҡатлы бина ҡалҡып сығасаҡ. Проект планына ярашлы, мәктәп 108 уҡыусыға, ә балалар баҡсаһы 90 балаға иҫәпләнгән. Унда айырым спорт һәм тамаша залы ла буласаҡ. Яңы талаптарға ярашлы, насар хәрәкәтләнгән мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә лифт та ҡуйыласаҡ.

Төҙөлөш уҙған йыл уҡ башланған була. Әммә подрядсы ойошма тарафынан эш уңышлы алып барылмағанға күрә, ярты йылға биләмәлә тынлыҡ урынлаша. Яңынан ойошторолған торгтарҙан һуң ышаныслы подрядсы билдәләнде. Яңы Муллаҡай ауылында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәктәп төҙөгән һәм районыбыҙҙа үҙен ышаныслы подрядсы итеп күрһәткән “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙ һалыу, монтажлау эштәренә тотондо.

Ағымдағы йыл аҙағына тиклем ойошма ошо төҙөлөштә 70 миллион һумға яҡын аҡсаны үҙләштерергә тейеш. Мәғариф учреждениеһын киләсәк уҡыу йылы башына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Абыҙ ауылында тыуым күрһәткестәре лә яҡшы. Шуға яңы объектта балалар һаны 100 процентҡа тулы буласағына шик юҡ.

Әлегә ауылда 40 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм башланғыс кластар өсөн мәктәп кенә эшләй. Һуңғыһында егерме уҡыусы белем ала. Биналар иҫке, ремонт талап итә. Уҡыу кабинеттары ыҡсым, мебелде лә яңыртырға кәрәк. Шулай ҙа борсолаһы урын юҡ, — ти Абыҙҙағы белем усағы уҡытыусылары. Файҙаланыуға тапшырыласаҡ яңы туғыҙ йыллыҡ мәктәп киҫкен мәсьәләне хәл итәсәк.

Ә бына V-XI кластар өсөн ауырға төшә. Уларға район үҙәгенә йөрөп уҡырға тура килә. Ҡариҙел менән Абыҙ ауылдары Өфө йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Шуға балалар һәм үҫмерҙәргә понтон күпер аша үтергә тура килә. Әммә ул ноябрь айында ғәҙәттәгесә алынасаҡ. Мәктәпкә тиклем арауыҡ яҡынса өс саҡрым тирәһе. Әлегә белем усағында яҡынса 700 бала уҡый, уларҙың 150-һе Абыҙҙан.

Мәғариф комплексының һәм уны кәрәкле йыһаздар менән тулыһынса комплектлау хаҡы —200 миллион һумдан артыҡ. Аҡсалар ”Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” проекты сиктәрендә республика бюджетынан бүленгән. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы комплексын төҙөлөштөң яңы технологияларын ҡулланып һәм ошо йүнәлештәге ҡоролмаға ҡуйылған барлыҡ талаптарҙы үтәп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөү планлаштырыла.

Л. Бәҙретдинова.
Читайте нас