Яңы эш аҙнаһында Башҡортостанда һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ . Һауа температураһының көндән-көн түбәнәйеүе, яуым-төшөм, ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Бөгөн, 25 сентябрҙә, көндөҙ +5,+10 градус буласаҡ.
26 һәм 27 сентябрҙә айырыуса көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Төндә -1,+4 градус, -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙгө һауа температураһы +5,+10 градус.