Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Сентябрь 2017, 13:31

Ҡариҙел уҡыусылары картуф үҫтерә белә!

Ҡариҙел районының ун белем усағы «Агробизнес мәктәбе» модель инновация проектында ҡатнашты.

Ҡариҙел районының ун белем усағы «Агробизнес мәктәбе» модель инновация проектында ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, күптәре яҡшы күрһәткестәргә иреште. Мәҫәлән, Хәлил мәктәбе уҡыусылары ике сутый ерҙән 340 килограмм картуф йыйып, ашханаларына тапшырған. Байҡыбаш урта мәктәбе 357 килограмм уңыш үҫтереүгә ирешкән. Яңы Бәрҙәш уҡыусылары ла бик ҡәнәғәт эштәре менән. Ҡараярҙар 14 июндә генә картуф ултырта алған, шуға ҡарамаҫтан, уңған. Әртәкүл мәктәбе 320 килограмм уңыш алып, шуның 128-ен ашханаға тапшырған, ә 64-ен орлоҡҡа һалған. Байҡы уҡыусыларының да күрһәткестәре юғары.

Читайте нас