Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Сентября 2017, 08:03

Фән күгенең яҡты йондоҙо

Физика-математика фәндәре докторы, профессор, БР халыҡ мәғарифының һәм РФ юғары уҡыу йорттарының атҡаҙанған хеҙмәткәре, БДУ-ның Бөрө филиалы директоры Салауат Мөҙәрис улы Усмановҡа 70 йәш тулды.

Физика-математика фәндәре докторы, профессор, БР халыҡ мәғарифының һәм РФ юғары уҡыу йорттарының атҡаҙанған хеҙмәткәре, БДУ-ның Бөрө филиалы директоры Салауат Мөҙәрис улы Усмановҡа 70 йәш тулды. Ул 250-нән ашыу фәнни эш авторы. Уның фәнни тикшеренеү даирәһе – полимерҙар физикаһы һәм химияһы, химик физика өлкәләре. Беҙҙең һорауыбыҙ буйынса юбиляр үҙенең тормош юлының сағыу мәлдәре, эше, тормошҡа ҡарашы тураһында бәйән итте.

«Тамғалымын»

Шәхси сифаттарым миңә иң ҡәҙерле кешем атайым Мөҙәрис Әүхәҙи улынан күскән. Ябай ауыл уҡытыусыһы ине ул. Тел һәм әҙәбиәттән уҡытты, икенсе быуын педагог ине. Ул мине лә ғаилә традицияһын дауам итергә күндерҙе, шуға ла Бөрө дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Әгәр ҙә Бөйөк Ватан һуғышы башланмаған булһа (ул һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта), уның педагогик яҙмышы башҡасараҡ булыр ине.

Һуғыштан һуң ул Бөрө уҡытыусылар институтын тамамлай, аҙаҡ уҡыуын педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә дауам итә. Йәйге сессия ваҡытында атайымдың фронт яралары асыла һәм уны дәрестән тура хәрби госпиталгә операцияға алып китәләр. Артабан уҡыуын дауам итерлек көсө лә, һаулығы ла булмай. Ул үҙ балаларының ысын педагогтар булып формалашыуы һәм фәнде үҫтереүгә өлөштәрен индереүҙәре тураһында хыялланды. Атайым әле тере булһа, минең өсөн бик тә шатланыр һәм ғорурланыр ине.

Математик һәләт миңә әсәйем Зәүлә Әхмәтғәли ҡыҙынан күскәндер. Ул башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Ғалим-физик, математик фәнни интуицияһыҙ, теләһә ҡайһы күренештәрҙең үҫешен алдан күреү, процестарҙы моделләштерә белеү һәләтенән тыш йәшәй алмайҙыр, минеңсә. Кемдеңдер интуицияһы тыумыштан бирелгән, кемдекелер өлгәшелгән. Миңә килгәндә, был һәләт күктәр тарафынан ебәрелгәндер – йәш ярымлыҡ сабый сағымда мине йәшен һуҡҡан.

Йәшен ваҡытында ҡулына мине тотҡан өләсәйем мейес буйында ултырған. Аҙаҡ һөйләүҙәре буйынса, йәшен шары өйгә мөрйә аша килеп ингән. Өләсәйемде ул шунда уҡ үлтергән, ә мине «йәлләгән», тәнемдең уң яғына үтеп инеү менән сикләнгән. Атайым был саҡта Бөрөлә уҡыуҙа, әсәйем күрше ауыл мәктәбендә эштә булған. Күршеләребеҙ, грамотаһыҙ ауыл кешеләре, мине еүеш тупраҡ менән күмгәндәр. Халыҡ инаныстары буйынса, ер, тупраҡ кешеләге электр зарядын һурып ала. Тәндең зарарланған өлөшөнә махсус май һөртөргә, йәһәтерәк фельдшер саҡырырға йә дауаханаға алып барырға кәрәк булған да бит. Ошо хәл минең һәләттәремдең көсәйеүенә сәбәпсе булғандыр, моғайын.

1971 йылда, сығарылыш имтихандарынан һуң, физматты тамамлаусы Рәсүлә Шәйхәйҙәрова исемле ҡыҙ менән өйләнештек. Беҙ уның менән институтта уҡый башлаған тәүге көндәрҙән үк дуҫлашып йөрөнөк. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, мин кәләшем менән үҙемдең тыуған районым Саҡмағошҡа уҡытыусы булып ҡайтырға хәл иттем. Унда беҙгә мәктәп эргәһенән фатир ҙа бирмәкселәр ине. Атайым, был турала белгәс, миңә 12 битлек хат яҙып ебәрҙе. Ул мине фән менән шөғөлләнеүҙе ташламаҫҡа өгөтләне. Ышандырҙы. Хаҡ булып сыҡты.

Лаборатория тәҙрәләрендәге ут

Фән менән мин студент сағымдан уҡ шөғөлләнәм. Өсөнсө курста уҡыған саҡта беҙгә Ленин исемендәге МДПИ аспиранты Хәниф Ғабдулла улы Миңдейәров килде. Ул мине һәм тағы ла бер нисә студентты курс эштәре яҙыр өсөн Мәскәүгә алып барҙы. Бөтә илгә билдәле профессорҙар Георгий Михайлович Бартенев һәм Юрий Владимирович Зеленевтың релаксация спектрометрияһы буйынса фәнни-тикшеренеү лабораторияһына ошо рәүешле килеп юлыҡтым. Бында Хәниф Ғабдулла улына ярҙам итеп йөрөп, ике ЯМР-спектрометр тураһында белеп ҡалдым, аҙаҡ улар ярҙамында олигоэфир(мет)акрилаттарҙың яңы модель өлгөләрендәге молекуляр хәрәкәттең механизмдарын өйрәндем. «Ядролы магнит резонансы ярҙамында полимерҙарҙың молекуляр хәрәкәтен тикшереү» темаһына курс эше яҙҙым. Ошо тема минең диплом эшемә нигеҙ булды, әйткәндәй, беҙҙең пединститутта ул йылдарҙа был йүнәлештәге эш беренсе тапҡыр башҡарылғайны. Шул ваҡыттан бирле мин полимерҙар физикаһы һәм механикаһы менән шөғөлләнәм, полимеризация процесын моделләштерәм һәм химик физиканың хаталы мәсьәләләрен сисәм.

Төп фундаменталь әҙерлекте, әлбиттә, мин үҙебеҙҙең «альма-матер»ҙа алдым. Математик анализ курсын беҙгә Арслан Әбдрәхим улы Измайлов уҡыны. Ул беҙгә шул тиклем төплө белем бирҙе, миңә был фәндән өҫтәмә әҙәбиәткә мөрәжәғәт итеүҙең кәрәге лә ҡалманы. Физика буйынса төп уҡытыусым тип Яков Ефимович Амстиславскийҙы һанайым. Математик иҫәпләүҙәрҙә пунктуаллек, ентеклелек кеүек сифаттарҙы миндә элементар математика уҡытыусыһы Филипп Алексеевич Мамаев тәрбиәләне. Физик-математик белем алыуымда факультеттың ул саҡтағы деканы һәм фәнни эштәр буйынса проректор Ким Сәлим улы Шакиров, физика кафедраһы мөдире Илүс Мөбәрәк улы Низамовтың роле ҙур. Башҡа уҡытыусыларыма ла рәхмәтлемен. Идара итеү эшмәкәрлеге һәм уҡыу-уҡытыу процесын юғары сифатлы итеп ойоштороу буйынса төп остазым тип БДПИ-ның элекке ректоры К.Ш. Әхиәровты иҫәпләйем. Үҙебеҙҙең юғары уҡыу йортонда төплө белем биреү традицияһын күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға тырышам.

Бына инде 23 йыл буйы ректор, директор вазифаһын башҡарам. Әйткәндәй, республикабыҙ вуздары ректорҙары араһында мин иң оҙаҡ эшләгәне. Етәкселек эшенә тотонған ваҡытта минең алда торған иң беренсе бурыстарҙың береһе педагогик коллективтың фәнни планкаһын күтәреү ине. 211 уҡытыусының бары тик 37 проценты ғына фәнни дәрәжәгә эйә ине ул саҡта. Хәҙер беҙҙә 90 процент фән кандидаттары һәм докторҙары. Вузда төрлө йүнәлештәр буйынса фәнни мәктәптәр эшләп килеүе менән ғорурланам. Фәнни-тикшеренеү лабораторияларында кистәрен ут янһын ине тигән теләгем дә тормошҡа ашты. Үҙемдең уҡыусыларым Азамат Нәбиуллин, Фәнил Ғайсин һәм башҡаларҙың эше менән ҡәнәғәтмен. Беҙҙең юғары уҡыу йортонда яңы факультеттар һәм педагогик һәм педагогик булмаған яңы йүнәлештәр асылды. Беҙ юғары һәм урта профессиональ белем биреп, ошо йүнәлештә үҙ урыныбыҙҙы ныҡлы биләйбеҙ. Иң мөһиме, беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар мәктәптәрҙә генә түгел, халыҡ хужалығында ла көтөп алынған белгестәр.

Мине һаҡлаусы фәрештәм

Ҡатыным Рәсүлә Тимерйән ҡыҙынан башҡа быларҙың береһе лә тормошомда булмаҫ ине. Ул – һаҡлаусы фәрештәм. Минең карьерам өсөн Рәсүлә үҙенең фәнни эшен дауам итеүҙән баш тартты. Уның да бит аспирантура тамамлап, фән юлынан китергә мөмкинлеге бар ине. Өй йылыһы, тәрбиәле балалар, тәртип, таҙалыҡ, уңыштарым – барыһы ла уның хеҙмәте.

Беҙ ҡатыным менән икебеҙ ҙә уҡытыусылар ғаиләһенән, өсөнсө быуын педагогтарбыҙ. Балаларыбыҙ – дүртенсе быуын педагогтар. Өйөбөҙҙәге һәр көнөбөҙ – кәңәшмә. Хәҙер бына ейәндәребеҙҙе тәрбиәләшәбеҙ. Фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегем – тормошомдағы иң мөһим эшем. Фән менән шөғөлләнеү миңә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ҡәнәғәтләнеү бүләк итә. Әгәр ҙә йәшлегемә әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек булһа, бер ҡарарымды ла үҙгәртмәйенсә, тағы ла ошо юлымды ҡабатлар инем. 70 йәшлек кеше күҙлегенән шуны әйтәм: яҙмышыңа ҡәнәғәт булыу – иң ҙур бәхет.

Винер ЙЫҺАНШИН.

Степан Чиглинцев фотоһы.

Читайте нас