Өфөлә «Азия көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Сара 28 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры алдындағы майҙанда уҙа.
Байрамда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары ҡатнашасаҡ. Байрам киске сәғәт 5-тә башлана.
Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы.