Төрлө тарафтарға һибелгән халыҡты тыуған яҡтың тартыу көсө был көндө бер майҙанға йыйҙы. Күҙгә күренмәҫ туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре Боғҙанға хатта Мәскәүҙән ҡунаҡтарҙы ҡайтарҙы.
Балтас районы Боғҙан мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Миләүшә Нәбиева ауыл тарихы менән күптән ҡыҙыҡһына. Уҡыусылар менән ауыл яҙмышына бәйле эҙләнеү эштәре алып бара. Билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр туплай. Боғҙанда тыуып үҫкән Ғәни Ғафаров Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы эскадрон командиры була. Мөғәллимә уның хаҡында ла белешмәләр йыя башлай. Ғәни Ғафаровтың улы барлығын асыҡлай, әммә уның менән бәйләнеш булдыра алмай. Свердловск тарафтарындағы бер танышы, Мәскәүҙә йәшәгән кешенең Боғҙан ауылы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында әйтә һәм уның телефон номерын бирә. Шылтыратҡас, был Ғәни Ғафаровтың улы Григорий була. Ул Мәскәү ҡалаһында йәшәй, өлкән йәштә. 2012 йылдан алып Миләүшә Мәүдәт ҡыҙы уның менән аралаша, Григорий Ғәни улының да үҙенең тамырҙары, нәҫеле хаҡында мәғлүмәт туплауы асыҡлана. Атаһы тураһында китап яҙған. Атаһының тыуған ауылы — Боғҙанға ҡайтып, ауылдаштары менән аралашырға теләге булыуын белдерә. 2013 йылда Боғҙан мәктәбе нигеҙләнеүгә 115 йыл тулыу уңайынан үткән сараға уны саҡыралар, әммә ул ваҡытта ҡайта алмай.
Быйыл сентябрҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдарын ойошторабыҙ тигән хәбәргә бик һөйөнә Григорий Ғафаров. Әлеге сараны үткәреүҙе матди яҡтан хатта үҙ өҫтөнә алған. Был эшкә ул етди ҡараған, ныҡлы әҙерлек менән ҡайтҡан. Сара алдынан, июлдә Боғҙанға Мәскәүҙән журналист Наталья Родионова килеп, ауылдың өлкән кешеләре менән аралашып, бай мәғлүмәт туплаған. Григорий Ғафаров үҙенең шәжәрәһен төҙөгәндә журналистың эҙләнеүҙәренә бәйле мәғлүмәттәргә таянған да инде.
Байрамға Мәскәүҙән 11 кеше килде.Ҡойма ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ауыл башында икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар. Мәктәп уҡыусылары уларҙы шиғри юлдар уҡып сәләмләне.
Сара ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Ауылдаштары, йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡунаҡтар алдында Боғҙан ауыл биләмәһе башлығы Флария Солтанова сығыш яһаны. Ул байрамды ойоштороуға матди ярҙам күрһәткән Григорий Ғафаровҡа, уның улы Геннадийға рәхмәт белдерҙе. Туғанлыҡтың ҡәҙерен белгән, ауылды һағынып ҡайтҡандар өсөн ишектәр һәр саҡ асыҡ булыуын әйтте.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сығышында боғҙандарҙың тырыш, уңған булыуын билдәләне, киләсәктә лә шулай берҙәм эшләргә өндәне. Илгиз Әхүәс улы Григорий һәм Геннадий Ғафаровтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. “Россия” йәмғиәте директоры Фидәрис Ғарипов та бирелә йәшәгән халыҡтың берҙәмлеге, уңғанлығы көнкүрештә сағылыуын әйтте. Ауылдың булдыҡлы кешеләрен маҡтап телгә алып, ураҡ эштәре барышы менән таныштырҙы. Йәмғиәттең һәр ваҡыт алдынғы урындарҙа барыуы механизаторҙарҙың, һауынсыларҙың, малсыларҙың көндәлек хеҙмәтенә бәйле булыуын билдәләне.
Ауыл тарихына бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, мәғлүмәттәр күп яңғыраны. Тарих уҡытыусыһы Миләүшә Нәбиева, Нурислам Ситдиҡов, Мәскәү ҡунаҡтары Григорий һәм Геннадий Ғафаровтар ауыл хаҡында, Боғҙан ауылында тыуып үҫкән аталары Ғәни Ғафаров тураһында күп белешмә туплаған. Григорий Ғәни улы бик ҙур шәжәрә (ул 20 метрлыҡ ҡағыҙ рулон) төҙөгән. Ул үҙ эсенә бер меңдән артыҡ кешене һыйҙырған. Нәҫел ағасы 1653 йылдарға барып тоташа. “Был йүнәлештә бер йыллыҡ эшебеҙ ҡалды, тамамлағандан һуң, икенсе йылға тағын ҡайтырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ”, — тине улар.
Мәскәү ҡунаҡтары ауылдаштарына бихисап бүләк таратты, үҙенең китаптарын бүләк итте, ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһынған, был йүнәлештә фәнни-тикшеренеү эштәре алып барған уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға Почет грамоталары тапшырҙы. Шулай уҡ сараға шәжәрәләрен төҙөп алып килгән Хәйрисламовтар, Мөжиповтар, Ғиләжевтар нәҫелдәре лә Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Күптәр шәжәрәһен электрон вариантта Мәскәүгә ебәреп, Григорий Ғафаров уларҙы махсус бланктарға баҫтырҙы, һәр нәҫелгә уларҙы иҫтәлек итеп таратты. Миләүшә Нәбиева тыуған яҡтың иҫтәлеге булһын тип, Мәскәү ҡунаҡтарына түбәтәйҙәр бүләк итте.
Григорий Ғафаров был сараны үткәреү өсөн өс ҡорбанлыҡ салдырған. Байрамға килеүселәр ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Ҡөрьән уҡылды. Быларҙан тыш, Григорий Ғәни улы ауыл йәштәренә 15 пар саңғы, спорт йыһаздары бүләк итте. Өфөнән килгән артистарҙың сығышы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Искәндәр Ғәзизов, Фәрзәлиә һәм Денис Ибраһимовтар, Гөлназ Фәхретдинова, Айрат Ғәлиевтың сығышын боғҙандар алҡыштарға күмде.
Был көн йәнле аралашыу мөхитендә үтте. Туғандар осрашты, аралашты. Уҡыусыларҙың, ауылдаштарҙың сығышы, йыр-моң күңелдәрҙе рухи яҡтан байытты, үҫтерҙе. Район Мәҙәниәт һарайының “Етегән шишмә” фольклор ансамбле сәхнәләштергән “Кейәү мунсаһы”нан өҙөктө тамашасылар яратып ҡараны. Был көндө Боғҙанға Пермь крайынан 35 кешенән торған туристик төркөм дә килгәйне. Улар ҙа бындай осрашыуҙың ни тиклем фәһемле һәм кәрәк булыуын билдәләне.
Григорий Ғафаров атаһының тыуған ауылында булыуы менән сикһеҙ ҡәнәғәт ҡалды. “Атайым йөрөгән һуҡмаҡтарҙан атлауым, ауылдаштарым менән осрашыуым менән бәхетлемен. Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Улым Геннадийға олатаһының тыуған ауылын күрһәтә алдым. Икенсе йылға осрашырға яҙһа, Боғҙан ауылында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл төҙөтөү ниәтем бар”, — тине ул.
Боғҙандың Григорий Ғафаров кеүек туған йәнле улдары күп. Улар йыл һайын йәнтөйәген һағынып ҡайта, ауылдаштары менән бәйләнеште өҙмәй. Был юлы ла күркәм сара үткәреүгә ярҙам күрһәткән Григорий Ғафаровҡа боғҙандар сикһеҙ рәхмәтле. Мәскәүҙә лә Боғҙанды онотмайҙар. Уны ҙурлап, данлап йәшәйҙәр.