Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Сентябрь 2017, 09:07

Абруйлы уҡытыусы

Борай 2-се гимназияһының физика уҡытыусыһы Сулпан Ғәлиеваның исеме күптәргә таныш. Быйыл ул “Иң яҡшы уҡытыусы” Бөтә Рәсәй конкурсында Президент грантына лайыҡ булды.

Борай 2-се гимназияһының физика уҡытыусыһы Сулпан Ғәлиеваның исеме күптәргә таныш. Быйыл ул “Иң яҡшы уҡытыусы” Бөтә Рәсәй конкурсында Президент грантына лайыҡ булды.

Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған Сулпан Ғәлиева Борай 2-се гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, Бөрө педагогия институтының (хәҙер БДУ филиалы) физика-информатика факультетына уҡырға инә. Бында ла тырыш ҡыҙ һынатмай, тик ”бишле” билдәләренә генә уҡый. Ҡулына ҡыҙыл диплом алған йәш белгес тыуған районына ҡайтып, үҙе уҡыған гимназияла хеҙмәт юлын башлай. Сулпан Фәнил ҡыҙы VII-XI кластарҙа физика дәрестәрен алып бара. Ғилми эш өҫтөндә эшләүсе уҡытыусы Өфөлә үткән халыҡ-ара конференцияла электрон белем биреү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Һәләтле уҡытыусының уҡыусылары районда, республикала үткән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, әленән-әле еңеү яулай, интернет-олимпиадаларҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Йылдан-йыл физиканан уның уҡыусылары районда Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра. Төплө белем алып сыҡҡан егет һәм ҡыҙҙар артабан юғары уҡыу йорттарында белем алып, тормошта үҙ урындарын таба.

Сулпан Фәнил ҡыҙының 20 йыл эшләү дәүерендә ирешкән уңыштары бик күп. “Йыл уҡытыусыһы - 2009” республика конкурсында финалға сыға һәм шул уҡ йылды Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһына, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була. 2010 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылары” китабына индерелә. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашыуҙа ла ҡатнаша Борай уҡытыусыһы. 2011 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында еңеү яулаған Сулпан Ғәлиева 2013 һәм 2014 йылдарҙа — “Иң яҡшы мәғариф сайты” республика конкурсында “Уҡытыусы сайты”, ә 2016 йылда “Иң яҡшы цифрлы белем биреү ресурсы” номинацияларында еңеү яулай.

Сулпан Фәнил ҡыҙын һәм барлыҡ уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларға һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусылары һәр саҡ еңеүҙәре һәм уңыштары менән һөйөндөрөп торһон.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Читайте нас