Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Сентябрь 2017, 10:38

Республикаға был аҙнала арктик һыуыҡ килә

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала республикала ярайһы уҡ яуым-төшөм көтөлмәй.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала республикала ярайһы уҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә әүҙем булмаған фронталь бүлектәр зонаһында төбәктең төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.
Аҙнаның тәүге яртыһында температура фонының 2-4 градусҡа норманан юғарыраҡ булыуы көтөлә – көндөҙ һауа температураһы 24-27 градусҡаса йылынасаҡ.
Кесе йоманан алып арктик һауа массаһының республика биләмәһенә үтеп инеүенә бәйле һауа температураһы 6-7 градусҡа түбәнәйәсәк. Төндә ҡырау төшөүе күҙәтеләсәк, +4, +5 градусҡаса һыуыҡ буласаҡ, көндөҙ термометр күрһәткестәре 15 градустан ары күтәрелмәйәсәк.
“Башинформ”дан.
Читайте нас