Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Сентябрь 2017, 06:50

“ЛиФФт” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу

Борай 3-сө мәктәбендә “ЛиФФт” Бөтә Рәсәй әҙәби журналының исем туйы үтте

Борай 3-сө мәктәбендә “ЛиФФт” Бөтә Рәсәй әҙәби журналының исем туйы үтте. Осрашыуға Яҙыусылар һәм уҡыусылар союзы рәйесе, “ЛиФФт” Бөтә Рәсәй һәм төбәк журналдарының баш мөхәррире, шағирә һәм философ Маргарита Аль, журналдың төбәгебеҙҙәге мөхәррире Лариса Абдуллина, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, яҡташыбыҙ, журналист, сатирик, шағир Марсель Сәлимов килде. Сарала рус һәм туған телдәр уҡытыусылары, китапханасылар ҡатнашты. Лариса Абдуллина баҫманың беренсе һанында төбәк тәржемәселәре көсө менән башҡорт авторҙары Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Салауат Әбүзәров, Йомабикә Ильсова, Марсель Сәлимов, зәки Әлибаев, мөнир Ҡунафин, Наил Мәхмүтов, Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре баҫылып сығыуын хәбәр итте. Бер йыл эсендә ике һан сығарыу күҙаллана.
Читайте нас