Республикабыҙҙа билдәле йырсы, флейтала уйнап, мөнәжәттәр башҡарып, халыҡ күңелен яулаған Радик Динәхмәтовтың “Танып” шифаханаһында үткән сараға килеп, сығыш яһауы барыһы өсөн дә көтөлмәгән бүләк булды. Ул башҡорт һәм татар яҙыусыларының кеше, уның рухи донъяһына, әхлаҡи йөҙөнә, холоҡ-фиғеленә арналған тәрән фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, мөнәжәттәр әйтеп, иманлы йырҙар башҡарып, күңелдәрҙе нурланы.