“Танып” шифаханаһында республика райондары имам-мөхтәсибтәре, районыбыҙҙың имам-хатиптары һәм дин әһелдәре ҡатнашлығында ҙур сара үтте. Был осрашыу “Танып”тың 12 йыллығына һәм хаж ғәмәлен иҫән-имен үтәп ҡайтыусыларға арналды. Байрамға килеүселәрҙе Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Шәйхел-Ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин тәбрикләне. Ул барыһын да уҙған оло байрам менән ҡотлап, ислам дине традицияларына тоғро ҡалырға саҡырҙы, мосолмандарҙы иманға ынтылырға өндәне. Йылдан-йыл танылыу ала барған “Танып” шифаханаһына артабан да уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм асыштар теләне.