Башҡортостандың Баймаҡ районындағы Ира — Магнитогорск юлында китеп барған «Мерседес»тың ярымтағылмаһынан йөк төшөп ҡалған. Рулдә Ханты-Манси автономиялы округынан 38 йәшлек водитель ултырған. Тейешенсә беркетелмәгән һигеҙ тоннаға яҡын ауырлыҡтағы ҡорос арҡан ҡаршы килгән «Лада Гранта»ға төшкән. Уның водителе — Сибайҙан 33 йәшлек ир авария урынында һәләк булған, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында.