Роспотребнадзор Рәсәйҙә Ҡытайҙан һәм уның менән күрше төбәктәрҙән килгән ECHO30 вирусының таралыуы хаҡында хәбәр итә. РИА Новости белдереүенсә, ведомство инфекцияның таралыуын иҫкәртеүгә тулыһынса әҙер.
Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәте буйынса, Урал яғындағы биш төбәктә һәм Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә ECHO30 энтеровирусының агрессив төрө табылған да инде. Быйыл көҙ илдә ауырыу тулҡыны көтөлә. Вирус һауа аша еңел йоға һәм бер көн эсендә менингит тыуҙыра, тип билдәләнә. Өҫтәүенә, белгестәр әйтеүенсә, рәсәйҙәрҙең күпселегендә уға ҡаршы иммунитет юҡ. Сир ваҡытында баш ауыртыуы, юғары температура, күңел болғаныуы һәм баш әйләнеүе күҙәтелә. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.