Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Сентябрь 2017, 13:45

Ике көндән төбәктә «әбейҙәр сыуағы» башлана

14 сентябрҙән Башҡортостанда көҙгө һалҡындар бер аҙға сигенәсәк һәм «әбейҙәр сыуағы» тип аталған ҡоро, йылы көндәр башланасаҡ.

14 сентябрҙән Башҡортостанда көҙгө һалҡындар бер аҙға сигенәсәк һәм «әбейҙәр сыуағы» тип аталған ҡоро, йылы көндәр башланасаҡ.

Бер нисә көн буйына һауа торошо республика халҡын йылы көндәр менән ҡыуандырасаҡ, көндөҙ температура 19-24 градус тәшкил итәсәк.

Ләкин, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, төньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Киләһе аҙнаның башында һауа температураһы түбәнәйә башлай.

“Башинформ”дан.
Читайте нас