9 сентябрҙә Арбаш ауылында күптән көтөлгән ҙур сара — мәсет асыу тантанаһы булды. Сарала бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар, Өфөнән, район үҙәгенән, ауылдарҙан һәм шулай уҡ күрше райондарҙан килгән имам-хатиптар , хәҙрәттәр, оҫтабикәләр ҡатнашты. Арбаш ауылында тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта ситтә йәшәгән ауылдаштар, яҡташтар һәм башҡалар ҙа был оло байрамға ашҡынып ҡайтты. Тирә-яҡты биҙәп аҙан тауышы яңғыраны.