Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Сентябрь 2017, 08:16

Рауил БИКБАЕВ

Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә Шартлап һынды кеүек бер ҡурай. Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән Мөлдөрәмә ҡайғы һырҡырай.

Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә

Шартлап һынды кеүек бер ҡурай.

Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән

Мөлдөрәмә ҡайғы һырҡырай.


Бер битендә көйрәй даға эҙе,

Бер битендә – һалдат ҡайышының

Айылындағы йондоҙ тамғаһы.

Ҡасан бөтөр ярыу, типкеләүҙәр,

Таш зиндандың боҙло иҙәненә

Тағы күпме ҡандар ағаһы?


Ниндәй ғәйеп, ниндәй гонаһ өсөн

Бындай тамуҡтарҙан үтәһе?

Күҙҙәрендә мөлдөрәмә һағыш:

Юҡҡа булдымы ни бөтәһе?


Юҡҡа булдымы ни азатлыҡ тип,

Илдең ташҡын булып ташҡаны?

Юҡҡамы ни, инҡилапты яҡлап,

Күпме яуҙар саптыҡ,

Ят яҡтарҙа

Ятып ҡалды башҡорт баштары?

Кисерегеҙ мине, кисерегеҙ,

Яуҙаштарым, ҡоралдаштарым!


Һиҙҙе күңелем яуыз мәкер бер саҡ

Ҡара йылан булып сағаһын,

Аҡ йөҙөбөҙгә ҡара яғаһын...

Бер битендә йондоҙ ҡара яна,

Бер битендә – итек дағаһы.


Күҙҙәренән мөлдөрәмә һағыш,

Мөлдөрәмә ҡайғы эркелә.

Һуңғы һүҙен, һуңғы аманатын

Әйтә алмай китә бер кемгә.


Ил батыры!

Ғәййәр орандарың

Төштәремде ярып уята.

Һүҙҙәреңде

Таш диуарҙар аша

Ишетәмен, Муса олатай!

Ғәҙелһеҙлек беҙҙе иҙгәндә лә,

Башыбыҙҙы һис юҡ эйәһе.

Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа,

Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.


Тойҙоң микән

Һинең ярһыуҙарың

Йөрәктәрҙе беҙҙең ҡағаһын.

Бер битемдә көйрәй даға эҙе,

Бер битемдә – йондоҙ тамғаһы.


Ваҡлыҡтарға әүрәп,

Намыҫ менән

Көйһөҙләнеп китһә арағыҙ,

Эй, башҡорттар,

Муса Мортазиндың

Һуңғы һүрәтенә ҡарағыҙ!

Читайте нас