Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Сентябрь 2017, 08:13

Баш ҡаланың Киров йәки Ленин районында Рәсимә Кәримова урамы барлыҡҡа киләсәк

Өфөнөң Киров йәки Ленин районында Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының легендар дикторы Рәсимә Кәримова урамы барлыҡҡа киләсәк.

Мэрияла хәбәр итеүҙәренсә, Өфө хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң баш идаралығында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш ҡала урамдарының береһенә дикторҙың исемен биреү хаҡында мөрәжәғәте ҡаралды. Адреслы элементтарға атама биреү һәм уларҙы үҙгәртеү буйынса эксперт комиссияһы сираттағы ултырышында был тәҡдимде хупланы.

Әлеге ваҡытта баш ҡаланың Киров йәки Ленин районындағы яңы урамдарҙың береһенә исем биреү өсөн варианттар ҡарала.
Читайте нас