Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге аманаттай, быуындан быуынға һаҡланған һәм йәшәгән милли телебеҙҙе юҡҡа сығармайыҡ тиһәк, ҡәҙерле ата-әсәләр, балағыҙ бөгөн мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, Рәсәй Конституцияһына ярашлы туған тел булараҡ та өйрәнергә һәм белем алырға тейеш! Шуға мотлаҡ өлгәшәйек, туғандар!
Бының өсөн үҙ фекереңдә ныҡ торорға, төрлө янауҙарға, өгөткә, ҡотҡоға бирелмәҫкә кәрәк. Ҡурҡырға ярамай. Беҙ үҙ еребеҙҙә, үҙ республикабыҙҙа йәшәйбеҙ. “Балабыҙ урыҫ телендә генә уҡыһын”, тип ғариза яҙһағыҙ, йәки ҡул ҡуйһағыҙ – иртәгә һуң буласаҡ! Үҙ телебеҙҙе үҙебеҙ хөкөм итеп, башҡорт телен юҡҡа сығарыуға беренсе аҙым буласаҡ ул, милләттәштәр. Балағыҙ урыҫ телен дә өйрәнһен, башҡорт телен дә уҡыһын.
Башҡорт теле – ул бөйөк Урал батыр теле, ҡаһарман һәм сәсән Салауат Юлаев теле, башҡорт халҡының юлбашсыһы һәм донъя кимәлендәге ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди. Туған телһеҙ беҙ – йырһыҙ, моңһоҙ бер маңҡорт, тарихи хәтерен юйған әҙәм генә ни бары. Туған телебеҙ бөтһә, халҡыбыҙ ҙа бөтә – шуны онотмайыҡ, аңһыҙлыҡ күрһәтмәйек, милләттәштәр!
Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры.