Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Сентябрь 2017, 11:14

Үршиҙелә Камил шишмәһе тантаналы асылды

Үршиҙе ауылы шишмәләргә бай булыуы менән дә үҙенсәлекле. Ауыл эсендә бер-береһенән йыраҡ түгел алты шишмә сығып ята. Һәр береһенең исеме бар: Изгеләр шишмәһе, Хөснулла шишмәһе, Үрге шишмә, Кәзә шишмәһе, Әсхәт шишмәһе, Камил шишмәһе. Ауыл халҡы ғына түгел, арыған юлсылар ҙа шишмәләрҙең шифалы һыуын эсеп, хәл алып, сәфәрен дауам итә.

Күптән түгел бөтә ауыл халҡы йыйылып, шишмәләрҙе таҙарта. “Ауылым шишмәләре” байрамы ваҡытында Камил шишмәһе тантаналы шарттарҙа асыла.

Шишмәгә “Камил” исеме бер ҙә юҡтан ғына бирелмәй. Үршиҙелә тыуып үҫеп, “Төй” совхозында механизатор булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған Камил Фәғәнәүи улы Насыров башлап был шишмәне ҙурайтып соҡоған була.

— Элек был шишмә бәләкәй генә булып ағып сыға ине. 1977 йылда совхозында экскаваторҙа эшләгән саҡта яҙ көнө уны ҙурайтып соҡоп ҡуйҙым. Шунан һуң шишмә сыҡҡан урыны иркенәйеп китте, башҡа шишмәләр ҡомланғанда бында һыу ҙа ҡомланмай. Яңыраҡ шишмәләрҙе таҙарттыҡ. НГДУ-ла эшләгән ауылдашыбыҙ Дамир Нәртдинов бер нисә ир-егет менән тимерҙән кәртәләй ҙә башлағайны. Аҙаҡ үҙем өс көн эсендә, кәрәкле эш ҡоралдары алып килеп, эшләп бөтөрөп ҡуйҙым. Эргәлә ял итеү өсөн эскәмйә лә эшләнем. Мине хөрмәтләп, шишмәгә исемемде ҡушҡан өсөн ауыл халҡына рәхмәтлемен. Инде бергәләп шишмәбеҙҙе гел ҡарап, төҙөкләндереп, һаҡлайыҡ.Үҙебеҙҙән һуң килгән быуынға шулай изге эштәр ҡалдырайыҡ, — тине ғорурлыҡ менән Камил Фәғәнәүи улы.

Ауылдарҙа шулай шишмәләр таҙартылып, зауыҡ менән төҙөкләндерелеүе, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Был эште ойоштороусыларға һәм өмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ә бит булғанына әһәмиәт бирмәүселәр, хатта юл буйында ҡуйылған ял итеү өсөн яһалған махсус урындарҙы емереп, яндырып китеүселәр ҙә осрай. Быныһы инде — вәхшилек, тәрбиәһеҙлек.

Наилә Имаева.

Читайте нас