Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Сентябрь 2017, 13:17

Рөстәм Хәмитов VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың «VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында» Указын үтәү, шулай уҡ ошо сараға әҙерлекте ойоштороуҙы тәьмин итеү маҡсатында ҡул ҡуйылған.

Указ менән Фольклориадаға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланған. Республика хөкүмәтенә 2017 йылдың 1 ноябренә тиклем тейешле саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.

Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарына ошондай саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тәҡдим ителгән.

Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми сараларының бер өлөшө булып тора. Ғәҙәттәгесә, унда 60-80 илдән өс меңгә яҡын артист ҡатнаша.

Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе 2000 йылда Японияла уҙғарылды. Өсөнсө тапҡыр Венгрия ерендә ойошторолдо. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы ҙур уңыш менән үтте. 2016 йылда иһә Фольклориаданы Мексика ҡабул итте.

2015 йылдың октябрендә Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Генераль ассамблеяһында 2020 йылдағы Фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында уҙғарыласағы иғлан ителде.

Читайте нас