Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Сентябрь 2017, 09:06

Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тула

Биографияһы Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ]ауылында тыуған. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Биографияһы

Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ]ауылында тыуған. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

Ижады

Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре «Беренсе йыр» (1938), «Икенсе йыр» (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда «Октябрь» журналында «Ауыл эскиздары» исемле шиғырҙар циклы сыға.

1950 йылда Назар Нәжмиҙең «Тамсылар» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада» тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған «Дуҫ тураһында ун бер йыр», «Күлдәк», «Иблес», «Урал» исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.

Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә урыҫ телендә баҫылып сыҡты.

Назар Нәжми выждан һәм тәрән аҡыл тойғоларын уятҡан ҡыҙыҡлы драматург булараҡ та сығыш яһаны. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙыләан «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары менән дә шулай булды. Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Назар Нәжми башҡорт уҡыусыһына А.С. Пушкин, М.Ю. Лерментов, А. Навои, поэмаларын, Р.Ғамзатов, Ҡ. Кулиев һәм башҡаларҙың шиғырҙарын туған телендә яңғыратты.

1944 йылдан КПСС, 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Дүртөйлө районының Миңеште ауылында ерләнә.

Хәтер

Назар Нәжми йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

2008 йылда Дүртөйлө районы Миңеште ауылы эргәһендә Мемориаль комплекс асылды.

Дүртөйлөлә урам һәм сквер Назар Нәжми исемен йөрөтә, шунда уҡ шағирға һәйкәл ҡуйылған.

Миңеште ауылында Назар Нәжмиҙең йорт-музейы эшләй.

Дүртөйлө ҡалаһында башҡорт гимназияһы Назар Нәжми исемен йөрөтә.

2014 йылдың 5 февралендә С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовҡа һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа Назар Нәжми исемендәге әҙәби премия тапшырылды.

2015 йылдың 15 декабрендә Өфөлә 300 дана менән «Йырҙың булмай һуңлағаны» («Песнь не бывает запоздалой») тигән урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә китап донъя күрҙе. Унда тупланған шиғыр һәм поэмалар Назар Нәжмиғә арналған.

Наилә Имаева әҙерләне.

Читайте нас