Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Август 2017, 06:11

Еңеүҙәре ҡыуанырлыҡ

Ағиҙел ҡалаһында 2002-2003 йылғы балалар өсөн йәйге спорт фестивале үтте. Унда балтастар Әлшәй, Баҡалы, Борай, Иглин, Шаран, Краснокама, Бишбүләк, Илеш райондары спортсылары менән көс һынашып, ҙур уңыштарға иреште.

Тренер Айрат Садиҡов етәкселегендәге волейболсы ҡыҙҙар командаһы IV урынға сыҡты. Тренер Оксана Йосопованың тәрбиәләнеүселәре өҫтәл теннисы буйынса ун команда араһында II урын яуланы. Интеллектуаль уйын төрҙәрендә тренер Фәнғәт Гәрәевтың тәрбиәләнеүселәре яҡшы күрһәткестәргә иреште. Шашкасылар Илдар Кәримов, Заһит Ихсанов, Алина Фәтихова — II, шахматсылар Айнур Айдарбеков, Илнар Фәйзуллин, Ләйсән Сәфетдинова III урынға лайыҡ булды. Фестивалдә Балтас көрәшселәре үҙҙәрен иң көслөһө итеп күрһәтте. Тренерҙар Рәшит Карамов, Ирек Камалов тәрбиәләнеүселәре Павел Манафов, Ильяс Низаев, Илназ Шәйбәков, Айдар Шөғәйепов, Денис Каляев I урынға сыҡты.

Биш спорт төрө буйынса Балтас районының йыйылма командаһы II урынға сыҡты, Кубок һәм Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас