Районыбыҙҙа граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү дауам итә. Күптән түгел бөтә уңайлыҡтары булған өс ҡатлы шундай объект файҙаланыуға тапшырылды.
Яңы йорттан 33 ғаилә фатир асҡыстары алып ҡыуанды.Һалҡын һәм йылы һыуы, туалеты, канализацияһы, душ бүлмәләре айырым булып, заман талаптарына яуап биргән фатирҙар ҡаланыҡынан һис кәм түгел.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов, “Геострой” йәмғиәте директоры урынбаҫары Юрий Гребенщиков, “Мострансинвест” йәмғиәте директоры Илдар Хажиев, Борай ауыл биләмәһе башлығы Айрат Кәримов ҡатнашты. Улар фатир хужаларын ҡотлап, уңыштар, сәләмәтлек теләне, яңы йортто һәр ваҡыт таҙа, тәртиптә тоторға кәрәклеген билдәләне, төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе.
— Дөйөм суммаһы 32 миллион һумға төшкән бындай йорт һуңғы тиҫтә йылда беренсе тапҡыр төҙөлдө. Ул тирә-яҡҡа йәм биреп торһон өсөн һәр кем тәртип торошона яуаплы, — тине Борис Шәрәфғәли улы.
Яңы йорт ихатаһында балаларға уйнау майҙансығы, еңел машиналарға туҡталыш, кер элеп киптереү урындары эшләнгән, махсус сүп һалыу һауыттары ҡуйылған, кистәрен бағана баштарында уттар балҡый. Шуға бушлай бирелгән фатирҙарҙа һөйөнөп, булғанына шөкөр итеп йәшәргә лә йәшәргә.