Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Август 2017, 06:21

Мишкә ауылында республика Башлығы райондың мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә сығыш яһаны:

– Бында райондың август кәңәшмәһе үткәнен белгәс, инмәй булдыра алманым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм. Төбәк етәксеһе республикала мәғариф системаһының файҙалы эшләүе хаҡында белдерҙе. Бынан тыш, олимпиадаларҙа алдынғы урындар яуларға, электрон белем биреү технологияларын индерергә, профессиональ белем биреүҙә әүҙем эшләргә кәрәк. – Беҙҙең Мишкә агросәнәғәт колледжы яҡшы эшләй. Уҡыусыларҙың ураҡ эштәрендә ҡатнашыуын ҡарап сыҡтыҡ, - тип һөйләне Башҡортостан Башлығы. – Мишкә агросәнәғәт колледжы республикала тәүгеләрҙән булып ҡабул итеү буйынса планды үтәне. Был яҡшы күрһәткес. Директорҙары әүҙем, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙ булдыҡлығы менән 300-ҙән ашыу уҡыусы йыйған.

– Бында райондың август кәңәшмәһе үткәнен белгәс, инмәй булдыра алманым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм.


Төбәк етәксеһе республикала мәғариф системаһының файҙалы эшләүе хаҡында белдерҙе. Бынан тыш, олимпиадаларҙа алдынғы урындар яуларға, электрон белем биреү технологияларын индерергә, профессиональ белем биреүҙә әүҙем эшләргә кәрәк.


– Беҙҙең Мишкә агросәнәғәт колледжы яҡшы эшләй. Уҡыусыларҙың ураҡ эштәрендә ҡатнашыуын ҡарап сыҡтыҡ, - тип һөйләне Башҡортостан Башлығы. – Мишкә агросәнәғәт колледжы республикала тәүгеләрҙән булып ҡабул итеү буйынса планды үтәне. Был яҡшы күрһәткес. Директорҙары әүҙем, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙ булдыҡлығы менән 300-ҙән ашыу уҡыусы йыйған.
Читайте нас