Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Август 2017, 11:27

Мишкә агросәнәғәт колледжы баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре яҡшы бара

Яңы Васькин ауылы янында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Мишкә агросәнәғәт колледжының баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре менән танышты.

Яңы Васькин ауылы янында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Мишкә агросәнәғәт колледжының баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре менән танышты.


Колледж директоры Валерий Байбулатов әйтеүенсә, студенттар уңыш йыйырға әле яңы төшә. Уныңса, комбайында эшләү егеттәргә артабан уҡыуҙа ла ярҙам итә.


Быйыл уҡыу йылына ҡабул итеү буйынса план үтәлгән. Мәғариф учреждениеһында 150 студент «ауыл хужалығын етештереү мастеры», «тракторсы», «умартасы», «ашнаҡсы, кондитер» йүнәлештәре буйынса һөнәр үҙләштерәсәк.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, колледждың уҡыу хужалығы базаһында ауыл хужалығы предприятиеһы ойоштороу һәм белгестәр әҙерләү өсөн «Йәш фермер мәктәбе»ен булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Рөстәм Хәмитов бындай эште ыңғай баһаланы.
Читайте нас