Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Август 2017, 09:49

Мәҙәниәт министрлығы 2018 йылда Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы 2018 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығының гранттарын дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте. Был турала ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Гранттар музыка, театр, педагогия, хореография, һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған. 90-шар мең һумлыҡ 25 грант – мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, 270 мең һумлыҡ биш грант ижади коллективтарға тапшырыласаҡ. Гранттар конкурс һөҙөмтәләре буйынса маҡсатлы бушлай субсидиялар формаһында бирелә. Ғаризаның формаһы менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында «гранттар» бүлегендә танышырға мөмкин. Конкурс эштәре 1 сентябрҙән 1 октябрға тиклем Башҡортостан мәҙәниәт министрлығында (15-се бүлмә) ҡабул ителә һәм теркәлә.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы 2018 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығының гранттарын дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте. Был турала ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Гранттар музыка, театр, педагогия, хореография, һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған.

90-шар мең һумлыҡ 25 грант – мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, 270 мең һумлыҡ биш грант ижади коллективтарға тапшырыласаҡ. Гранттар конкурс һөҙөмтәләре буйынса маҡсатлы бушлай субсидиялар формаһында бирелә.

Ғаризаның формаһы менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында «гранттар» бүлегендә танышырға мөмкин. Конкурс эштәре 1 сентябрҙән 1 октябрға тиклем Башҡортостан мәҙәниәт министрлығында (15-се бүлмә) ҡабул ителә һәм теркәлә.
Читайте нас