Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Август 2017, 09:30

Күперле булдылар

Мөһим эштәр дауам итә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә районда халыҡтың тормош-көнкүрешенә туранан-тура бәйле булған күп кенә эштәр башҡарылды һәм улар дауам итә. Ошо көндәрҙә Борай халҡы өсөн тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға — йәйәүлеләр йөрөү өсөн Баҡса урамындағы соҡор аша яңы күпер асыу тантанаһы булды.

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә районда халыҡтың тормош-көнкүрешенә туранан-тура бәйле булған күп кенә эштәр башҡарылды һәм улар дауам итә. Ошо көндәрҙә Борай халҡы өсөн тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға — йәйәүлеләр йөрөү өсөн Баҡса урамындағы соҡор аша яңы күпер асыу тантанаһы булды.

Был сарала район Советы секретары Гемир Нуртдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Люция Вахитова, Борай ауыл Советы биләмәһе башлығы Айрат Кәримов, подрядсы ойошма вәкиле, Йәш депутаттар ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ахунов, район ветерандар советы рәйесе Илдар Шиғәев ҡатнашты. Сығыш яһаусылар проекттың халыҡ араһында ҙур хуплау табыуын билдәләне, сөнки һәр кеше үҙе йәшәгән төбәге өсөн яуаплылыҡ тойоп, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индерә ала.

1977 йылда әлеге урамда йәшәүсе Фәнис Абазов башланғысы менән төҙөлгән күпер 40 йыл халыҡҡа хеҙмәт итә. Йылдар дауамында, әлбиттә, уның конструкциялары иҫкереп, хәүеф тыуҙыра башлай. “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә яңы күперле булған Борай халҡы “Берҙәм Рәсәй” партияһының республика һәм урындағы етәкселәренә, күперҙе төҙөгән “Сәмиғуллин” шәхси предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас