Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев менән ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Хөсәйенова ярышҡа килгән гүзәл заттарға уңыштар теләне һәм сәләмәт тормош алып барыуҙарына һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Ярышта ҡатнашыусылар араһында иң олоһо 69 йәшлек Хәмидә Мөхәмәҙиева. Башҡа йылдарҙа әүҙем ҡатнашыусы Флүрә Сафина, Тушҡырҙан 56 йәшлек Хәппә Усманова, Һәйтәктән Нэлля Шакирова велосипедта йөрөүҙең ни тиклем файҙалы булыуы тураһында һөйләне.
Спортсылар 500 метр дистанцияны үтергә тейеш ине. Командалар йәш буйынса өс төркөмгә бүленде. Финишҡа килеүселәрҙең ваҡыт күрһәткестәрен иҫәпләгән арала район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр, Почет грамоталары тапшырылды. Командалар араһында I урынды — Шауъяҙы, II урынды — Боғҙан ауыл биләмәләре спортсылары, ә IIIурынды район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре яуланы.
18 йәштән 30 йәшкә, 31 йәштән 45 йәшкә, 40 һәм унан өлкәнерәк йәш төркөмдәре араһында ла еңеүселәрҙе айырым билдәләнеләр.Иң өлкән ҡатнашыусы Хәмдиә апайға махсус бүләк тапшырылды.
Сара һуңында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимов бар спортсыларҙы ла тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүәккәллегенә һәм саялығына һоҡланып, киләсәктә уларға сәләмәтлек һәм уңыштар теләне.