16 йәшлек башҡорт һылыуы Рената Нәҙершина «Иң яҡшы милли костюм һәм үҙ төбәгең менән таныштырыу» этабында еңеүсе тип иғлан ителде. Ҡыҙ сәхнәгә башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицынаның костюмында сыҡты. Рената Нәҙершина – «Берҙәмлек» лицейы уҡыусыһы, «Мисс Башҡортостан-2017» республика матурлыҡ конкурсы финалсыһы, «Мини-Мисс Өфө» конкурсы еңеүсеһе.