Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Август 2017, 12:39

«Башҡортостан һылыуы» конкурсында еңеүсе иғлан ителде

Өфөлә «Башҡортостан һылыуы» II республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе иғлан ителде. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина. Ҡыҙға бүләк итеп таж, көнкүреш техникаһы, косметика менән тулы кәрзин һәм ювелир салонынан биҙәүестәр тапшырҙылар, тип хәбәр ителә конкурстың рәсми төркөмөндә. Һылыу ҡыҙҙың буйы һыны: 167 сантиметр, 87-64-94. «Был минең тәүге еңеүем, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Раушания Исҡужина. — Мин Өфө нефть техник университетында өсөнсө курста уҡыйым. Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Киләсәктә республикам өсөн яҡшы белгес һәм файҙалы кеше булырға теләйем». Конкурстың финалы Башҡорт драма театрында үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына республиканан: Нефтекаманан, Ишембайҙан, Сибайҙан, Баймаҡтан, Дүртөйлөнән иң матур ҡыҙҙар килде. Һылыуҡайҙар лимузин-party, «Баланы мәктәпкә йыяйыҡ» хәйриә акцияһында ҡатнашты. Уҡыу өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары менән рюкзактар республика балалар йорттарына ебәреләсәк.

Өфөлә «Башҡортостан һылыуы» II республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе иғлан ителде. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина.

Ҡыҙға бүләк итеп таж, көнкүреш техникаһы, косметика менән тулы кәрзин һәм ювелир салонынан биҙәүестәр тапшырҙылар, тип хәбәр ителә конкурстың рәсми төркөмөндә. Һылыу ҡыҙҙың буйы һыны: 167 сантиметр, 87-64-94.

«Был минең тәүге еңеүем, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Раушания Исҡужина. — Мин Өфө нефть техник университетында өсөнсө курста уҡыйым. Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Киләсәктә республикам өсөн яҡшы белгес һәм файҙалы кеше булырға теләйем».

Конкурстың финалы Башҡорт драма театрында үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына республиканан: Нефтекаманан, Ишембайҙан, Сибайҙан, Баймаҡтан, Дүртөйлөнән иң матур ҡыҙҙар килде. Һылыуҡайҙар лимузин-party, «Баланы мәктәпкә йыяйыҡ» хәйриә акцияһында ҡатнашты. Уҡыу өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары менән рюкзактар республика балалар йорттарына ебәреләсәк.
Читайте нас