Мишкә районы Бабай ауылында һәм район Мәҙәниәт йортонда районыбыҙҙа беренсе мәсет асылыуға бағышланған саралар үтте.
Беҙҙең яҡтарҙа ауылдар бер-береһенә яҡын урынлашһа ла, улар тормошҡа булған ҡарашы, йолалары, йәшәү ҡағиҙәләре менән айырыла. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Бабай ауылы халҡы иманлы булыуы, ислам диненә оло хөрмәт уята алыуы менән үҙенсәлекле. Улар ислам диненең тәрбиәүи әһәмиәте ҙур икәнлеген аңлай. Йәштәрҙе лә динебеҙ тәғлимәте буйынса тик изгелеккә өйрәтә, төрлө насар аҙымдарҙан ҡурсалай, ипле, итәғәтле булырға, бер-береңә ярҙам итергә, ололарҙы хөрмәт итергә өндәй.
Ауылдың тарихы ла бай. Түбәнге Новгород кешеләре — Ҡолбарис, Мортаза, Йәнбарис Бабаевтар батшаға намыҫлы хеҙмәте өсөн башҡорт ерҙәренең бер өлөшөн алырға рөхсәт ала. Иң матур һәм уңдырышлы ерҙе һайлап, улар 1719 йылда Бабай ауылына нигеҙ һала. Бабайҙар элек-электән эшһөйәрлеге, маҡсатсанлығы һәм берҙәмлеге менән айырылып торған. 1920 йылда ауылда 1466 кеше, өс мәсет, ике мәҙрәсә була. 1921 йылғы аслыҡ, тулы бер урамды көл-күмергә әйләндергән янғын, мәсеттәрҙе емереү, репрессия, Бөйөк Ватан һуғышы халыҡ һаны кәмеүгә һәм ауыл кешеләренең тормошо үҙгәреүгә йоғонто яһай. Бөтә ошо ауырлыҡтарға һәм тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, бабайҙар ислам диненә булған мөнәсәбәттәрен, иман, өмөт һәм ышаныстарын юғалтмай.
90 йылдар башында илебеҙҙә тормош үҙгәрә башлай. Ауылда мәсет төҙөү идеяһы менән янып йәшәүсе Вафа Кәримов был ваҡытҡа кәрәкле документтарҙы ла йыйып өлгөрә. Изге эшкә халыҡ дәррәү ҡушыла — төҙөлөш эштәренә тиҙ арала бригада табыла, аҡса йыйыу ҙа ойошторола. Дини ҡанундарҙы үтәп йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнгән Хәниф Шайморатовты “Йондоҙ” мәҙрәсәһендә белем алырға күндерәләр. 1992 йылда Хәниф хәҙрәт районда беренсе мәсет — 405-се мәхәлләнең имам-хатибы булып тәғәйенләнә.
Бына инде 25 йыл Хәниф хәҙрәт Шайморатов халҡыбыҙға һәм динебеҙгә намыҫ менән хеҙмәт итә, үҙенә йөкмәтелгәнде еренә еткереп, ихлас башҡара. Шуға ла уны ауылдаштары ғына түгел, тирә-яҡтағылар ҙа белә һәм хөрмәт итә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, саралар бик матур үтте. Киләсәктә лә ошо Аллаһы Тәғәлә йортонан халыҡ өҙөлмәһен. Дин әһелдәре әйткәнсә, мәсеттәребеҙ рухи мәркәзебеҙ булып ҡалһын.