Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
17 Август 2017, 13:16

Өфөлә «Башҡорт полктары 1812 йылғы Ватан һуғышында» фестиваленә әҙерләнәләр

Өфөлә 19 августа Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған «Башҡорт полктары 1812 йылғы Ватан һуғышында» республика күргәҙмә-фестивале үтә. Күргәҙмәлә билдәле рәссамдарҙың һүрәттәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивынан документтар, башҡорт полктарының хәрби-тарихи костюмдары, хәрби ҡоралланыу атрибуттары тәҡдим ителәсәк.

Өфөлә 19 августа Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған «Башҡорт полктары 1812 йылғы Ватан һуғышында» республика күргәҙмә-фестивале үтә.

Күргәҙмәлә билдәле рәссамдарҙың һүрәттәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивынан документтар, башҡорт полктарының хәрби-тарихи костюмдары, хәрби ҡоралланыу атрибуттары тәҡдим ителәсәк.

Программала Өфө йәйәүлеләр полкының күрһәтмәле сығыштары, ҡурай, сепрәк ҡурсаҡ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының «Селтәр» күкрәккә таға торған биҙәүестәрен эшләү, башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Балалар өсөн башҡорт халыҡ уйындары һәм балалар художество ижады майҙансыҡтары эшләйәсәк.

Фестиваль-күргәҙмәне ойоштороусылар – Рәсәй һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлыҡтары, Республика Хәрби Дан музейы, Өфө йәйәүлеләр полкы.

Инеү бушлай. Сара Комаров урамы, 7 адресы буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Читайте нас