Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Август 2017, 12:58

Башҡорт балының мөмкинлеге ҙур

Халыҡ-ара баҙарында башҡорт балының мөмкинлеге бик ҙур. Ошо хаҡта «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң белдерҙе.

— Башҡортостанда һәм Өфөлә юғары сифатлы бал. Күп кенә илдәргә был кимәлгә етеү ҡыйын буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Филип МакКейб. – Бөгөн республика Башлығы менән осрашыуҙа башҡорт балының халыҡ-ара баҙарында ышаныу яулау өсөн мөмкинлеге бик ҙур тип билдәләнем. Кешеләр бындай сифатлы балға күберәк аҡса түләйәсәк. Ысынында иһә, балды һәм умартасылыҡ продукцияһын халыҡ-ара баҙарына сығарыу мөһим, сөнки Башҡортостандың һәм хатта Рәсәйҙең балын бөтәһе лә белмәй. Был ҙур хата.
Читайте нас