Башҡортостандан прозаик, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә һәм тәржемәсе Кристина Андрианова-Книга һәм шағир Денис Ғилманов ҡатнаша.
Съезды ойоштороусылар – Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы һәм Евразия яҙыусылар союзы. Сараның маҡсаты – мәҙәни алмашыныу һәм әҙәби йолаларҙы нығытыу. Китаптары үҙ илдәрендә баҫылған йәки әҙәби баҫмаларҙа яҙышҡан йәш яҙыусылар һәм шағирҙар тәжрибә, шулай уҡ заманса әҙәбиәт тенденциялары, темалар һәм жанрҙар үҙенсәлеклелеге тураһында фекер уртаҡлаша. Бынан тыш, үҙ илдәренә ҡайтҡандан һуң улар бер-береһенең әҫәрҙәрен тәржемә итергә күҙаллай. Программала Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан һәм башҡа төрки телле илдәрҙең билдәле яҙыусыларының оҫталыҡ дәрестәре, Төркиәнең баш ҡалаһында әһәмиәтле урындар буйлап экскурсиялар ҡаралған.