18-20 августа Иглин районында «Урал мираҫы» милләт-ара этнофорум уҙа. Рәсәй территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолалары, тарихы менән таныштырыу маҡсатынан үткәрелгән сарала федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, эксперттар, билдәле йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар ҡатнашыуы көтөлә. Бында түңәрәк өҫтәлдәр, бизнес-тренингтар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған.