Ҡариҙел районы Яугилде ауылында “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә балалар майҙансығы асылды. Ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров ҡатнашты. Рәмил Карам улы яугилделәрҙең шатлығын уртаҡлашып, барыһына ла сәләмәтлек, именлек теләгәндән һуң, “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә районда башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләне.
Урындағы биләмә башлығы Ф.Илалов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ф.Мөғәллимова, “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкиле Ф.Хәлимуллина ла тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Уҡыусыларҙың шиғырҙары, йыр һәм бейеүҙәре байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Сара аҙағында сәй эсеү ойошторолдо.