Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Август 2017, 07:38

Һайлау — 2017

10 сентябрҙә тауыш бирәбеҙ Ауыл Советтары депутаттарын һайлайбыҙ Асҡын районында биш ауыл биләмәһендә үтәсәк өҫтәмә һайлау тураһында район Советы секретары Рима Нәбиуллина һөйләне: — Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар өҫтәмә һайлау үтәсәк — барлығы 171 кампания. Асҡын районында биш ауыл биләмәһендә депутаттар һайлана: Асҡын (5-се округ — депутат Ғәлләмов Р.Р. район Советына һайланған). Бөгөнгә кандидаттар булып теркәлгәндәр: Радик Ғиниәтов (“Берҙәм Рәсәй”), Алексей Накаряков (КПРФ), Әнәс Асҡаров (үҙ-үҙен күрһәткән), Зиләйдә Бакирова (“Рәсәй патриоттары”), Салауат Садиҡов (ЛДПР); Яубүләк (5-се округ — депутат Мусин И.М. райондан күсеп киткән — Эльза Йосопова (“Берҙәм Рәсәй”), Лилиә Сәмиғуллина (үҙ-үҙен күрһәткән), Азат Мәмәтов (ЛДПР), Зөлфиә Маҙһарова (“Ғәҙел Рәсәй”); Ҡаҙансы (3-сө округ — Нуриәхмәтов М.Ә. район Советына һайланған) — Илзидә Ғәфиева (“Берҙәм Рәсәй”), Вадим Дәүләтшин (ЛДПР), Илшат Мөфтәхетдинов (үҙ-үҙен күрһәткән); Ҡашҡа (7-се округ — депутат Фазлинуров И.Ш. вафат булыу сәбәпле) — Ильвера Талипова (“Берҙәм Рәсәй”), Инзилә Фазлинурова (үҙ-үҙен күрһәткән), Венер Сәмиғуллин (ЛДПР), Рита Нәртдинова (“Ғәҙел Рәсәй”), Фәзғәт Әхмәтов (КПРФ); Көнгәк (4-се округ —депутат, ауыл биләмәһе башлығы Ноғамирова Ф.Й. райондан ситкә күсеп киткән) — Гөлшат Ғилманшина (“Берҙәм Рәсәй”), Ләйсән Мөғинова (Рәсәй патриоттары”) Фәнғәт Миңлеханов (үҙ-үҙен күрһәткән), Валерий Сәлихов (ЛДПР), Таһир Сөләймәнов (КПРФ).

10 сентябрҙә тауыш бирәбеҙ

Ауыл Советтары депутаттарын һайлайбыҙ

Асҡын районында биш ауыл биләмәһендә үтәсәк өҫтәмә һайлау тураһында район Советы секретары Рима Нәбиуллина һөйләне:

— Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар өҫтәмә һайлау үтәсәк — барлығы 171 кампания.

Асҡын районында биш ауыл биләмәһендә депутаттар һайлана: Асҡын (5-се округ — депутат Ғәлләмов Р.Р. район Советына һайланған). Бөгөнгә кандидаттар булып теркәлгәндәр: Радик Ғиниәтов (“Берҙәм Рәсәй”), Алексей Накаряков (КПРФ), Әнәс Асҡаров (үҙ-үҙен күрһәткән), Зиләйдә Бакирова (“Рәсәй патриоттары”), Салауат Садиҡов (ЛДПР); Яубүләк (5-се округ — депутат Мусин И.М. райондан күсеп киткән — Эльза Йосопова (“Берҙәм Рәсәй”), Лилиә Сәмиғуллина (үҙ-үҙен күрһәткән), Азат Мәмәтов (ЛДПР), Зөлфиә Маҙһарова (“Ғәҙел Рәсәй”); Ҡаҙансы (3-сө округ — Нуриәхмәтов М.Ә. район Советына һайланған) — Илзидә Ғәфиева (“Берҙәм Рәсәй”), Вадим Дәүләтшин (ЛДПР), Илшат Мөфтәхетдинов (үҙ-үҙен күрһәткән); Ҡашҡа (7-се округ — депутат Фазлинуров И.Ш. вафат булыу сәбәпле) — Ильвера Талипова (“Берҙәм Рәсәй”), Инзилә Фазлинурова (үҙ-үҙен күрһәткән), Венер Сәмиғуллин (ЛДПР), Рита Нәртдинова (“Ғәҙел Рәсәй”), Фәзғәт Әхмәтов (КПРФ); Көнгәк (4-се округ —депутат, ауыл биләмәһе башлығы Ноғамирова Ф.Й. райондан ситкә күсеп киткән) — Гөлшат Ғилманшина (“Берҙәм Рәсәй”), Ләйсән Мөғинова (Рәсәй патриоттары”) Фәнғәт Миңлеханов (үҙ-үҙен күрһәткән), Валерий Сәлихов (ЛДПР), Таһир Сөләймәнов (КПРФ).

Һайлауға әҙерлек планға ярашлы алып барыла. Район хакимиәте ҡарары менән һайлау участкалары һәм уларҙың һаны асыҡланды — барлығы бишәү. Асҡын ауылында һайлауҙы 5-се округ һайлаусылары өсөн 899-сы Ленин участкаһы (район Мәҙәниәт йорто фойеһы) ойоштора. Унда Комсомол, Тыныслыҡ, Совет урамының 1-се, 16-сы, 18-се, 18А-сы, 20-се, 20А-сы йорттары, Мәктәп урамдары ингән.

Һайлау үткәреү урыны итеп Яубүләктә — клуб, Көнгәктә — социаль-мәҙәни үҙәк, Әмирҙә — фельдшер-акушерлыҡ пункты, Иҫке Ҡаҙансыла күп функциялы ауыл клубы һайланған.

Әле участка комиссиялары составын асыҡлау эше бара. Улар был йүнәлештә 28 августан эш башлай. Участка һайлау комиссиялары биш йылға төҙөлөүен билдәләп үткем килә. Әлеге составтың вәкәләтле осоро киләһе йылдың мартында тамамлана.

Һайлаусылар исемлеген асыҡлау эше даими алып барыла. Уларҙың һаны 17280 кеше тәшкил итә. Өҫтәмә һайлауҙа 1050 кеше (7 %) ҡатнашасаҡ.

Һайлауға 10 көн ҡала участка һайлау комиссияларында алдан тауыш биреү процесы башлана, йәғни 30 августан 9 сентябргә тиклем. Был райондан ситкә уҡырға, эшкә, ял итергә киткән граждандарға ҡағыла. Әлеге кампанияла яңылыҡ бар: тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһында протоколдар һайлау комиссияларынан “Һайлауҙар” дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелә. Бының өсөн участка һайлау комиссиялары рәйестәре яуап бирә.

2018 йыл бик бай булыуын иҫегеҙгә төшөрәм. 18 мартта — Рәсәй Федерацияһы Президенты, сентябрҙә 6-сы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һайлауҙары үтәсәк. Был йүнәлештә әҙерлек эштәре башланды ла инде.

Нина Николаева әҙерләне.
Читайте нас