Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2017, 17:06

Үәт , исмаһам!

Афарин, Ғәйшә әбей! Йәйҙең еләк-емеш өлгөргән сағы! Йәштәр генә түгел, өлкән быуын кешеләре лә үҙ еребеҙҙә һутланып үҫкән еләктәрҙе йыйып ҡалырға ашыға. Ҡарағыҙ, Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе 93 йәшлек Ғәйшә әбей ҙә өйҙә ултырмай икән — Интернет селтәрендәге фотоһы шуны дәлилләй. Уңған әбей тураһында күберәк белергә теләп, «Бәйләнештә» уның танышы Дилара Рафиҡоваға мөрәжәғәт иттек. «Ғәйшә инәйҙе ауылда хөрмәт итәләр. Ул дини йолаларҙы үтәп йәшәй, тапҡыр, сәсән телле. Йәштәргә үҙенең матур кәңәштәрен дә бирә», — тип яҙҙы яуабында.

Афарин, Ғәйшә әбей!

Йәйҙең еләк-емеш өлгөргән сағы! Йәштәр генә түгел, өлкән быуын кешеләре лә үҙ еребеҙҙә һутланып үҫкән еләктәрҙе йыйып ҡалырға ашыға. Ҡарағыҙ, Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе 93 йәшлек Ғәйшә әбей ҙә өйҙә ултырмай икән — Интернет селтәрендәге фотоһы шуны дәлилләй. Уңған әбей тураһында күберәк белергә теләп, «Бәйләнештә» уның танышы Дилара Рафиҡоваға мөрәжәғәт иттек. «Ғәйшә инәйҙе ауылда хөрмәт итәләр. Ул дини йолаларҙы үтәп йәшәй, тапҡыр, сәсән телле. Йәштәргә үҙенең матур кәңәштәрен дә бирә», — тип яҙҙы яуабында.