Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Август 2017, 13:15

Оҫта балыҡсы

Балыҡ тотоу — ир-егеттәрҙең яратҡан шөғөлө. Йәмле йәй көнөндә йылға йә күл буйында бер нисә сәғәт балыҡ ҡармаҡлар өсөн бар эшен ташларға әҙер улар. Ошондай сәмле балыҡсыларҙың береһе — Асҡын районының Асҡын ауылында йәшәүсе Эмиль Батыров.

Балыҡ тотоу — ир-егеттәрҙең яратҡан шөғөлө. Йәмле йәй көнөндә йылға йә күл буйында бер нисә сәғәт балыҡ ҡармаҡлар өсөн бар эшен ташларға әҙер улар. Ошондай сәмле балыҡсыларҙың береһе — Асҡын районының Асҡын ауылында йәшәүсе Эмиль Батыров.

— Бала сағым Ҡыйғаҙы ауылында балыҡҡа бай Тушҡыр йылғаһы, йәйрәп ятҡан Ҡыйғаҙы күле буйында үтте. Бәләкәйҙән балыҡ ҡармаҡларға яраттым. Ә ныҡлап был шөғөлгә ғаилә ҡорғас тотондом. Уның сәбәпсеһе — тормош иптәшем Зилиәнең атаһы, йәғни ҡайным. Ул тәжрибәле, оҫта балыҡсы булғас, был шөғөлдөң бөтә серҙәре һәм нескәлектәренә унан өйрәнәм. Йәйен дә, ҡышын да ял көндәрендә, отпуск ваҡытында, әлбиттә, бик мөһим генә эш булмаһа, йылға йәки күл буйында балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Нигеҙҙә, Ҡариҙел, Балтас райондарына сығабыҙ, үҙебеҙҙең Төй, Ҡышлауйылға буйҙарында тотабыҙ. Күберәге сазан, суртан, бәрҙе, табан балығы эләгә. Ә уларҙан күпме тәмле аш-һыу әҙерләп була. Әсәйемдең ҡыҙҙырып, томалап бешергән, ҡайнымдың ыҫлаған балығына, уның телеңде йоторлоҡ һурпаһына ни етә?! — тип яратҡан шөғөлө тураһында ихлас һөйләй ул.

Ысын балыҡсыға хас булғанса, Эмилдең һәр миҙгелгә ярашлы махсус кейемдәре, балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары бар. Бер нисә көнгә барғанда ҡуныр өсөн палатка, кәмә лә һатып алған. Тормош иптәше Зилиә лә иренең был шөғөлөн хуплай, кәрәк саҡта ярҙамлаша.

“Балыҡ тотоуҙың мәғәнәһе күп балыҡ тотоуҙа, йәки эшһеҙлектән йөрөү түгел. Ә саф йылға һауаһын һулап, тәбиғәт менән, дуҫтар менән аралашыу, күңел тыныслығы алыу, был шөғөлдән кинәнес табыу”, — ти Эмиль Батыров.

Илһөйәр Махатова.
Читайте нас