Башҡортостанда бөгөн, 7 август, матәм көнө тип иғлан ителде. Бөрө районындағы фажиғәгә бәйле Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан хөкүмәтенә "ҡыҙыу элемтә" булдырырға, муниципаль властарға һәләк булғандарҙың яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушылған. Бөгөн төндә Бөрө районы Үгеҙ ауылында шәхси йорт янып, 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың бишәүһе - балалар.