Борай районы Бигәнәй ауылы Майский урамында йәшәүселәр Урам байрамы үтте. Урам Советтар Союзы Геройы, подполковник Сәхип Майскийҙың исемен йөрөтә, сөнки ул нәҡ ошонда тыуып үҫкән. Сараны ауылдың имам-хатибы, һуңғы ваҡытта клубты ла етәкләгән Кадир Халиҡов ойошторған. Тыуған ерем, тип йән атҡан, уның ысын патриоты булған Кадир Нәғим улына ауылдаштары ла ихлас ярҙам иткән.