Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Август 2017, 06:21

Яңы уҡыу йылы ҡасан башлана?

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы 2 йәки 4 сентябрҙә башлана. Ул быйыл Белем көнөнөң Ҡорбан байрамы менән тап килеүенә бәйле. Тимәк, 1 сентябрь эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә, тип аңлаталар Башҡортостан Мәғариф министрлығында. «Уҡытыу графигын мәктәп үҙаллы булдырғас, ул уҡыу йылын 1 сентябрҙә түгел, ә һуңыраҡ, мәҫәлән, 2 йәки 4 сентябрҙә башларға хоҡуҡлы», — тип аңлатты Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы 2 йәки 4 сентябрҙә башлана. Ул быйыл Белем көнөнөң Ҡорбан байрамы менән тап килеүенә бәйле. Тимәк, 1 сентябрь эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә, тип аңлаталар Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

«Уҡытыу графигын мәктәп үҙаллы булдырғас, ул уҡыу йылын 1 сентябрҙә түгел, ә һуңыраҡ, мәҫәлән, 2 йәки 4 сентябрҙә башларға хоҡуҡлы», — тип аңлатты Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.
Читайте нас